Силәбе. Гүзәл Ситдиҡова.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Силәбем[edit]

Һауҙар ғынаһыңмы, Силәбем!

Тыуған йортом кеүек һағындым,

Күңелемдең нескә ҡылына

Наҙлы елдәр булып ҡағылдың.

Ҡағылдың да бер моң уяттың,

Ҡаршыланы шул моң, оҙатты,

Йөрәгемде шул моң һыҙлатты,

Һыҙлауҙарын бары һин баҫтың.

Моңоңда бар башҡорт тарихы,

Далаларҙың ҡышҡы елдәре,

Кейек типкән бөркөт саңҡыуы,

Көй сыңратҡан зәңгәр күлдәре.

Моңоңда бар ҡумыҙ өзләүе,

Моңоңда бар булат сыңлауы,

Йәш килендең әрнеп сеңләүе,

Моңоңда бар бығау сыңлауы.

Баһадирҙар ҡаны шаны бар,

Кәҫле ҡоросоноң даны бар,

Сабыйҙарҙың ихлас көлөүе,

Халҡым өсөн өмөт таңы бар.

Аҫаба ла башҡорт ерҙәре -

Яҡты йондоҙ хисем күгендә.

Ҡанмаҫ танһыҡ булып бөгөн дә

Һинең моңоң йәшәй күңелдә.